Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде. Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде. Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. һәм Уға күгәрсен рәүешендә Изге Рух төшкән. Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш яңғыраған. Уға данлы бөйөк Алланан: «Был Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен дан балҡышында күрһәтте. Үткән замандарҙа Алла атай-олатайҙарыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөләндереп мөрәжәғәт итте. Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне. Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.
Выбор основного перевода