Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр, сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Шулай ҙа, был эштә һеҙҙең менән бушҡа маҡтанмаҫ, ә әйткәнемсә, килгәнемдә йыйған иғәнәгеҙ әҙер булһын өсөн, имандаштарҙы янығыҙға ебәрҙем. Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, беҙ был эштә – һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел – оятҡа ҡалырбыҙ. Шуға күрә имандаштарҙан янығыҙға алдан уҡ барыуҙарын һәм килеүемә күптән вәғәҙә иткән иғәнәгеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк йыйыласаҡ. Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.
Выбор основного перевода