Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр.
Бына бер ҡанун белгесе урынынан торған да, Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тигән.
– Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораған унан Ғайса.
– «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуаплаған ҡанун белгесе.
– Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тигән Ғайса.
Был яуапҡа ҡарата ҡанун белгестәренең ҡайһы берҙәре: – Остаз, Һин яҡшы әйттең, – тигән.