Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шәкерттәре Уның янына килеп: – Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар ҡушып һөйләйһең? – тип һораны. – Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар ҡушып һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ. Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен йомдо. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
Выбор основного перевода