Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ. Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар. Ғайса көндөҙ Алла Йортонда өйрәткән, төндәрен иһә, ҡаланан китеп, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәргән. Мин көн һайын Алла Йортонда һеҙҙең менән бергә булдым һәм һеҙ Миңә ҡул күтәрмәнегеҙ. Ә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хаҡимлыҡ итә. Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны. – Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем. Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин баҙнат итмәне, сөнки Уны пәйғәмбәр тип һанаған халыҡтан ҡурҡтылар. Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡып, баҙнат итмәне. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып киттеләр. Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән. Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне. Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.
Выбор основного перевода