Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ. – Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә: «Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле, кисерелмәһендәр өсөн, ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә. һин Уның халҡына гонаһтары кисерелеүе аша ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең. Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк. Ғайса былай тип аңлатып биргән: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар «ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә. Сөнки Ишағыя пәйғәмбәрҙең: «Раббым! Беҙҙең хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине. Алла, Ғайса Мәсих килтергән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Израиль халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – һәммәбеҙҙең Хужаһы. «Был халыҡ янына бар ҙа әйт: Тыңларһығыҙ-тыңларһығыҙ – аңламаҫһығыҙ, Ҡарарһығыҙ-ҡарарһығыҙ – күрә алмаҫһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп, әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы». Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын, арҡалары ғүмер буйы бөкөрәйгән хәлдә ҡалһын». Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, һеҙҙең берегеҙ ҙә гонаһ алдағына бирелеп тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.
Выбор основного перевода