Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Батша ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән. Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән. Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә. Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел. Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды.
Выбор основного перевода