Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем. – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе юғалды ти. Ул туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалған берәүһен тапҡансы эҙләмәҫме ни? өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер. Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», – тиер. Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе. Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.
Выбор основного перевода