Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй.
Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.
Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ.
Сөнки Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам әмер бирҙе.