Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.
Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар.
Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,
Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына, донъяны яңынан ҡалдырып, Атам янына китәм.
– Тимәк, Һин Батша? Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.