Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған. Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡығанлыҡтан, ҡараңғылыҡ уны һүндерә алмаған. Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде. Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡ. Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй. Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем. Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған Хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ.
Выбор основного перевода