Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә килделәр.
– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.
– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәнлегенә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.