Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтҡас, кешеләрҙе ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы. – Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тиеште улар. Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңлап ултырҙы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиеште улар. – Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған. Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.
Выбор основного перевода