Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре: – Был ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!
Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килер микән?
Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.
Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты.