Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Иоанна
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән. Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән. Шул саҡта шәкерттәрҙең күҙҙәре асылған һәм улар Ғайсаны таныған. Әммә Ғайса күренмәҫ булған. Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе.
От Иоанна
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Выбор основного перевода