Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит Һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ. Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға. Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы менән башҡарылған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәт хакимлығынан азат ителдегеҙ. Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә ерләндегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ. Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтөн гонаһтарыбыҙҙы кисереп, һеҙҙе Мәсих менән бергә терелтте. Ул Үҙенең талаптары менән беҙгә ҡаршы булған бурыстарыбыҙ исемлеген юйҙы һәм, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсих аша улар өҫтөнән тантана итте.
Выбор основного перевода