Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар. Ғайса, элекке һуҡырҙы ҡыуып сығарғандарын ишеткәс, уны эҙләп табып: – Һин Әҙәм Улына ышанаһыңмы? – тип һораны. – Әфәндем, мин Уға ышанһын өсөн, Уның кем икәнен әйт миңә, – тип яуап бирҙе теге. Ғайса: – Һин Уны күрҙең. Хәҙер һинең менән Ул һөйләшә, – тине. – Әфәндем, мин ышанам! – Күҙҙәре асылған кеше ергә йығылды һәм тубыҡланып Уға баш эйҙе. Мин – ҡапҡа. Минең аша инеүсе ҡотоласаҡ, иркен инеп-сығып йөрөйәсәк һәм үҙенә көтөүлек табасаҡ. Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара. Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, ваҡытлы йәшәү урынынан ситкә, Уның янына сығайыҡ.
Выбор основного перевода