Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе. – Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ул. Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне. Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр. Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер. Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ, – тип яуап бирҙе.
Выбор основного перевода