Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Иуды
1
Параллельные места
Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай. Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел. Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ. Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит. Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи булмаған, ендеке.
Иуды
1
Выбор основного перевода