Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Иуды
1
Параллельные места
Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар. – Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул. Әммә һеҙ бергә йыйылһағыҙ ҙа, был Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит. Һәр берегеҙ үҙ ризығын башҡаларҙан алда ашап ҡуйырға ашыға, шуға ла берәүҙәр ас ҡала, икенселәре иһә ашап-эсеп иҫерә. Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым. Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ. Улар үҙҙәре килтергән яуызлыҡтарына яуызлыҡ әжере аласаҡ. Улар өсөн хозурлыҡ – көн яҡтылығында ҡомһоҙланып ашап-эсеү. Улар – әшәкелек һәм хурлыҡ, сөнки һеҙҙең менән бер табын артында ултырып, алдаҡ рәхәтлектән ләззәтләнәләр. Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел-дауыл ҡыуып таратҡан томан һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.
Иуды
1
Выбор основного перевода