Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Иуды
1
Параллельные места
Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа. Имандаштарым, данлы Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ. Әгәр ҙә инде кешеләрҙе айырып ҡараһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун һеҙҙе енәйәтсе булараҡ хөкөм итә. Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай. Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.
Иуды
1
Выбор основного перевода