Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Иуды
1
Параллельные места
Һеҙгә әйтәм: әйткән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ. Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ. Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, динһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр, Шулай итеп Содом, Гоморра ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булаһын һабаҡ рәүешендә киҫәткән. Ә тәҡүә Лотты уның эргәһендә хөкөм һөргән Содом кешеләренең аҙғынлығынан ҡотҡарған. Был тәҡүә кеше, аҙғындар араһында йәшәгәндә, уларҙың әхлаҡһыҙ эштәрен күреп һәм ишетеп, көндән-көн ғазап сиккән. Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.
Иуды
1
Выбор основного перевода