Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса Петрҙың өйөнә килгәс, ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе. һәм ялбарып һораны: – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк! Алла иһә Павелдың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды. Арағыҙҙа кемдер ауырыһа, шул имандаштар берҙәмлеге өлкәндәрен саҡырһын һәм улар, Раббы исеме менән, уға зәйтүн майы һөртөп, уның өсөн доға ҡылһын. Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны кисерер. Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә. Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.
Выбор основного перевода