Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр күндерәм, сөнки иманығыҙ тураһында бөтөн донъяла һөйләйҙәр. Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм. Алла ихтыяры менән барып хәлегеҙҙе белергә мөмкинлек бирелһен ине, тип һәр ваҡыт ялбарам. Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә. Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә.
Выбор основного перевода