Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Муса биргән йолаларҙы үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек. Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен Павел менән Варнаваға ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрлекләне, үҙ ерҙәренән ҡыуҙыртты. Ғәскәриҙәр башлығы яҡыныраҡ килеп Павелды ҡулға алырға, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул. Алла Йортонда ла, ғибәҙәтханаларҙа ла, ҡалала ла улар минең берәй кеше менән бәхәсләшеүемде йәки халыҡ араһында фетнә таратыуымды күрмәне. Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмай. – Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла Йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Павел үҙен яҡлап.
Выбор основного перевода