Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Юлий, Павелға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтары янына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға рөхсәт итте. Мин мәҙәниәтлеләр һәм вәхшиҙәр, зирәктәр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын. Әгәр мин һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәйем икән, һүҙ әйтеүсегә сит ил кешеһе кеүек буласаҡмын һәм һөйләүсе үҙе лә миңә сит ил кешеһе кеүек буласаҡ. Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, асығып һәм һыуһап яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡтарҙа ла булдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем. Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла. Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ, сөнки шулай эшләп, ҡайһы берәүҙәр был турала үҙҙәре лә белмәйенсә, үҙҙәрендә фәрештәләрҙе ҡабул иткәндәр.
Выбор основного перевода