Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Савлдың иһә Раббының шәкерттәренә ҡарата һарыуы ҡайнап, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш руханиҙан шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине. Юлда барғанда, инде Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, ҡапыл Савлдың тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китте. Ул ергә йығылды һәм: – Савл, Савл! Ниңә Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте. – Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Савл. – Мин – һин эҙәрлекләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. – Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер. Савл менән бергә булған кешеләр өнһөҙ ҡатып ҡалды. Улар тауышты ишетте, әммә һис кемде күрмәне. Савл ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәре асыҡ булһа ла, бер нәмә лә күрмәне. Шунлыҡтан Дамаскыға уны етәкләп алып килделәр. Өс көн буйы уның күҙҙәре күрмәне, ул ашаманы ла, эсмәне лә. Дамаскыла Анания исемле бер шәкерт бар ине. Ул күргән илаһи күренмештә Раббы: – Анания! – тип өндәште. – Эйе, Раббым, – тине ул. – Тор ҙа Тура урам тип аталған урамға бар. Йәһүҙә йәшәгән өйгә инеп, Савл исемле тарслыны һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла. Савлға илаһи күренмеш килде. Унда Анания исемле берәү уның янына килде лә, Савлдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы. – Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем. Һиңә табыныусыларҙың бөтөнөһөн бында ла ҡулға алырға уның баш руханиҙарҙан вәкәләте бар, – тип яуапланы Анания. Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым. Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине. Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул. Шунда уҡ, күҙҙәрен ҡаплап торған тәңкәләргә оҡшаған нимәлер ҡойолоп төшкәндәй, Савл тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. Ашап алғас, уға йәнә хәл инде. Савл бер нисә көн шәкерттәр менән бергә Дамаскыла булды. – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй башланы ул шунда уҡ ғибәҙәтханаларҙа. Уның һөйләгәнен ишеткән барса кеше хайран ҡалып: – Иерусалимда шул Кешегә табыныусыларҙы юҡ иткән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш руханиҙарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиештеләр. Ә Савлдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды. Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте. Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Савл уларҙың был ниәтен белеп алды. Төндә шәкерттәр уны кәрзингә ултыртып, ҡала диуарындағы тишек аша тышҡа төшөрҙө. Савл Иерусалимға килгәс, шәкерттәргә ҡушылырға тырышты, әммә улар барыһы ла, Савлдың Ғайса шәкерте булыуына ышанмайынса, унан ҡурҡтылар. Варнава уны илселәр янына алып барҙы һәм Савлдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскыла Ғайса тураһында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләүен һөйләп бирҙе. Савл илселәр менән бергә булды һәм бөтөн Иерусалим буйлап Раббы хаҡына шундай уҡ ҡыйыулыҡ менән вәғәзләп йөрөнө. Күп тапҡырҙар грек телле йәһүдтәр менән осрашып һөйләште, бәхәстәр ҡорҙо. Ә улар уны үлтерергә тырышты. – Мин – йәһүд, – тине ул. – Киликияның Тарс ҡалаһында тыуҙым, Иерусалимда тәрбиәләндем. Хөрмәтле Гамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше. Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым. Бының шулай икәнлеген баш рухани һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Мин уларҙан Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәргә хат алып, шул юлдан барыусыларҙы язалау өсөн бығаулап Иерусалимға килтерергә тип, Дамаскыға бара инем. Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән сағыу яҡтылыҡ төштө һәм тирә-яғым яҡтырып китте. Мин ергә йығылдым һәм: «Савл, Савл! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем. «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрлекләгән назаралы Ғайса», – тине Ул миңә. Минең менән бергә булған кешеләр яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне. Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә билдәләп ҡуйылған барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы. Көслө яҡтылыҡтан һуҡырайғанға күрә, минең менән булған кешеләр мине Дамаскыға етәкләп алып барҙы. Дамаскыла йәшәүсе, бөтә йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Анания исемле берәү яныма килде лә: «Савл туған! Күҙҙәрең асылһын», – тине. Шунда уҡ күҙҙәрем асылды һәм мин уны күрҙем. «Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Анания. – Һин бөтә кешеләргә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың. Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул. Иерусалимға ҡайтып, Алла Йортонда ғибәҙәт ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Тиҙерәк бул, Иерусалимдан йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине. «Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә. Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем. Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине. Улар быларҙың барыһын да Минеке булғанығыҙ өсөн эшләр, сөнки Мине Ебәреүсене белмәйҙәр. Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар. Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм иманлы булмауымдан килә ине.
Выбор основного перевода