Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала. Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ. Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым. Ашап алғас, уға йәнә хәл инде. Савл бер нисә көн шәкерттәр менән бергә Дамаскыла булды. – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй башланы ул шунда уҡ ғибәҙәтханаларҙа. Уның һөйләгәнен ишеткән барса кеше хайран ҡалып: – Иерусалимда шул Кешегә табыныусыларҙы юҡ иткән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш руханиҙарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиештеләр. Ә Савлдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды. Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте. Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Савл уларҙың был ниәтен белеп алды. Төндә шәкерттәр уны кәрзингә ултыртып, ҡала диуарындағы тишек аша тышҡа төшөрҙө. Савл Иерусалимға килгәс, шәкерттәргә ҡушылырға тырышты, әммә улар барыһы ла, Савлдың Ғайса шәкерте булыуына ышанмайынса, унан ҡурҡтылар. Варнава уны илселәр янына алып барҙы һәм Савлдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскыла Ғайса тураһында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләүен һөйләп бирҙе. Савл илселәр менән бергә булды һәм бөтөн Иерусалим буйлап Раббы хаҡына шундай уҡ ҡыйыулыҡ менән вәғәзләп йөрөнө. Күп тапҡырҙар грек телле йәһүдтәр менән осрашып һөйләште, бәхәстәр ҡорҙо. Ә улар уны үлтерергә тырышты.
Выбор основного перевода