Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп торғоҙоуы менән, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды: «Һин – Минең Улым, бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым». Бындағыларҙың бер өлөшө саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген белгәндән һуң, Павел ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлауым өсөн хөкөм итәләр, – тине. Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.
Выбор основного перевода