Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән. Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән. Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән. Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш. Әммә һинең алда шуны таныйым: мин, улар айырым төркөм генә тип иҫәпләгән юлдан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам.
Выбор основного перевода