Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Нафанаил иһә быға ҡаршы: – Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни? – тип яуапланы. – Барайыҡ, үҙең күрерһең. Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтерҙеләр һәм: – Был кешеләр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тынысһыҙлыҡ тыуҙыра, – тинеләр. Илселәрҙе тапмағас, Иасонды һәм иман тотоусы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Бөтә ерҙә бола күтәреп, тыныслыҡты боҙоп йөрөүселәр бында ла килгән. – Израилдәр, ярҙам итегеҙ! Бөтөн ерҙә беҙҙең халыҡҡа, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы өйрәтә торған кеше ошо. Өҫтәүенә, йәһүд булмағандарҙы Алла Йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте, – тип ҡысҡырҙылар. Әммә һинең алда шуны таныйым: мин, улар айырым төркөм генә тип иҫәпләгән юлдан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам. Беҙгә яла яғалар – беҙ яҡшылыҡ менән яуап бирәбеҙ. Донъя өсөн сүп-сар булып ҡалдыҡ һәм әле һаман йәмғиәттең ташландыҡ ҡыйыбыҙ.
Выбор основного перевода