Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән. Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ. шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине. Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара. Ләкин, Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торҙом, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирҙем. Бары тик пәйғәмбәрҙәр һәм Муса алдан әйткән киләсәктә булаһы хәлдәр тураһында ғына һөйләнем. Улар яңы осрашыу тураһында килеште, һәм билдәләнгән көндө Павел йәшәгән өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.
Выбор основного перевода