Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр – хөкөм ителеү өсөн тереләсәк. Бындағыларҙың бер өлөшө саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген белгәндән һуң, Павел ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлауым өсөн хөкөм итәләр, – тине. Хәҙер мин Алла тарафынан аталарыбыҙға бирелгән вәғәҙәнең үтәлеүен өмөт итеүем өсөн хөкөм алдында торам. Беҙҙең ун ике ҡәбилә, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппа батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй. Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был бығауҙарға Израиль бағлаған өмөт өсөн һуғылдым, – тине Павел.
Выбор основного перевода