Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Филипп шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәш кешеһен осратты. Ул кеше алашар, кәндәкиҙең, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Иерусалимға килгән, Кесарияла бер ни тиклем ваҡыт үткәргәс, йыйынып, Иерусалимға киттек. Иерусалимға килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте. Шулай итеп, икенсе көндө теге кешеләрҙе үҙе менән алып, Павел улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла Йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм ҡасан уларҙың һәр береһе өсөн ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.
Выбор основного перевода