Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Деяния
Параллельные места
Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде. Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам. Былар бөтәһе лә: – Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән, – тип һөйләгән. Был хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә була. – Именлек һеҙгә! – тигән Ул. Шәкерттәр ҡурҡыуҙан ҡатып ҡалған, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйлағандар. Әммә Ғайса уларға: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ниңә күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? Минең ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙҙы Миңә тейҙерегеҙ һәм ҡарағыҙ! Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә, күреп тороуығыҙса, Миндә – бар, – тигән. Быны әйткәс, Ул уларға ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәткән. Тегеләр шатлыҡтан ышана алмайынса ғәжәпкә ҡалған. Ғайса уларҙан: – Һеҙҙең бында ашарға берәй ризығығыҙ бармы? – тип һораған. Уға бешкән балыҡ киҫәге биргәндәр. Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр. Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ! Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм. Шулай тигәс, һулышын уларға өрөп: – Изге Рухты ҡабул итегеҙ! Кемдең гонаһтарын кисерһәгеҙ, шуныҡы кисерелер; кемдекен кисермәйһегеҙ, уныҡы кисерелмәҫ, – тине. тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде. Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде), унан һуң Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә күренде,
Выбор основного перевода