Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Деяния
Параллельные места
Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя, Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот. Бына ул Ғайса тарафынан тәғәйенләнгән ун ике шәкерт: Ғайса Петр тип атаған Симон, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Воанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот. Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей, Матфей һәм Фома, Алфей улы Яҡуб һәм Көрәшеүсе ҡушаматлы Симон, Яҡуб улы Йәһүҙә һәм аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот. Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән. Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған. Шәкерттәр Уға баш эйгән һәм ҙур шатлыҡ менән Иерусалимға ҡайтҡан. Бынан һуң Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла Йортонда булғандар.
Выбор основного перевода