Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Деяния
Параллельные места
Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине. – Ул балта оҫтаһының улы түгелме һуң? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуб, Йософ, Симон һәм Йәһүҙә лә баһа? Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа, йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торған. Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар Йософ артынан барған һәм Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торғандар. ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде ундағы шәкерттәрең дә күрһен. Әгәр кеше үҙен танытырға теләй икән, ул эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр. Уға хатта ҡустылары ышанмай ине. Уңыш байрамы еткәндә иман тотоусыларҙың барыһы ла бергә ине. Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.
Выбор основного перевода