Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Деяния
Параллельные места
Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш руханиҙар янына барып: – Әгәр һеҙгә Ғайсаны тапшырһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны. Улар уға утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе. Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә, Уның үлемгә хөкөм ителеүен күргәс, ҡылған ҡылығына үкенеп, баш руханиҙарға, аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә: – Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине. – Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға. Ул, тәңкәләрҙе Алла Йортонда атып бәрҙе лә, сығып китеп аҫылынды. Баш руханиҙар тәңкәләрҙе йыйып алып: – Быларҙы Алла Йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр. Улар кәңәшләшеп, сит ил кешеләрен ерләү өсөн, был тәңкәләргә көршәксенең ерен һатып алырға ҡарар сығарҙы. Шунлыҡтан, ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай исемләнә. Шулай итеп, Иремия пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Израиль кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән баһаны – утыҙ көмөш тәңкәне алды, һәм, Раббы миңә ҡушҡанса, көршәксенең ерен һатып алды».
Выбор основного перевода