Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ! Шунда Петр Ғайсаға мөрәжәғәт итте: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә ни булыр? – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ. Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ. Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр. Петр иһә Ғайсаға: – Бына беҙ, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тип әйткән.
Выбор основного перевода