Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда, үтеп барған Ғайсаны күреп: – Ҡарағыҙ, ана Алла Бәрәсе, – тине. Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте. Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе. – Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр. – Әйҙәгеҙ Минең менән, үҙегеҙ күрерһегеҙ, – тине Ғайса уларға. Сәғәт дүрт тирәһе ине. Шәкерттәр, Ғайса менән барып, Уның ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискәсә Уның янында булдылар. Яхъяның һүҙҙәрен ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей ине. Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте (Мәсих – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине. Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине.
Выбор основного перевода