Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Матфея
Параллельные места
Шулай тигәндән һуң артына боролоп ҡараны, унда баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы. – Һеңлем, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: – Әфәндем! Уны һин алып киткән булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин барып алырмын, – тине. Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм». Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып: – Мин Хужабыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайсаның әйткәндәрен һөйләп бирҙе.
От Матфея
Выбор основного перевода