Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Матфея
Параллельные места
Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуб менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зеведей улдарының әсәһе бар ине. Ғайса шаҡшы рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете шаҡшы рух ҡыуып сығарылған Мәрйәм, ул Магдалина тип йөрөтөлгән, Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине. Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Павел иман тотоусылар менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды. Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлаһын.
От Матфея
Выбор основного перевода