Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡулың менән йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ырғыт! Ике аяғың менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк.
Выбор основного перевода