Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ һис кисекмәҫтән уның менән килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар. Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың. Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ уның менән килешергә тырыш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр. Һаҡсы иһә төрмәгә ябыр. Һиңә шуны әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тәңкәһенә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың. Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит. Шулай ҙа Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды. Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки йолоп алып ҡалыу көнө өсөн һеҙ Уның тарафынан мөһөр менән билдәләнгәнһегеҙ.
Выбор основного перевода