Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! Ике ҡулың һәм ике аяғың менән мәңгелек утҡа ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы йәки аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын. Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам. Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.
Выбор основного перевода