Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Йөҙбашыға Ғайса: – Өйөңә ҡайт, һин ышанғанса булһын, – тине. Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты. Ғайса боролоп ҡараны. – Ныҡ бул, ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине Ул уны күргәс. Ҡатын шунда уҡ һауыҡты. Ғайса уға: – Эй, апай! Һинең иманың ныҡ! Теләгәнеңсә булһын, – тине. Уның ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты. «Уға ҡайһы сәғәттә хәл инде?» тип һорауына тегеләр: – Кисә көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә ҡыҙыуы төштө, – тип яуапланы. Атай кеше Ғайсаның: «Улың тере», тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды.
Выбор основного перевода