Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Был хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә була. – Именлек һеҙгә! – тигән Ул. Шәкерттәр ҡурҡыуҙан ҡатып ҡалған, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйлағандар. Әммә Ғайса уларға: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ниңә күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? Минең ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙҙы Миңә тейҙерегеҙ һәм ҡарағыҙ! Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә, күреп тороуығыҙса, Миндә – бар, – тигән. Быны әйткәс, Ул уларға ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәткән.
Выбор основного перевода