Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. Бөтөнөһө лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. Ә ашаусылар, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, дүрт мең ир кеше ине. Халыҡты ҡайтарып ебәргәс, Ғайса кәмәгә ултырып Магадан ерҙәренә юл тотто. Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙан ете кәрзин йыйып алдылар. Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Үҙе шунда уҡ шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануфа ерҙәренә китте. Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул. Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән.
Выбор основного перевода