Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә. – Ошондай балаларҙың береһен Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәреүсене ҡабул итә, – тине. – Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән. Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға. Ғайса бер ишәк табып шуға атланды, һәм эш Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты: Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, вәғәздәремде һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.
Выбор основного перевода