Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса. Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә, Уның үлемгә хөкөм ителеүен күргәс, ҡылған ҡылығына үкенеп, баш руханиҙарға, аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә: Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. Матфей һәм Фома, Алфей улы Яҡуб һәм Көрәшеүсе ҡушаматлы Симон, Әммә һеҙҙең арағыҙҙа иман тотмағандар ҙа бар, – тине. Ул кемдең Уға ышанмауын һәм кемдең хыянат итәсәген тәүҙән үк белә ине. Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе – Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот: Үҙенә кемдең хыянат итәсәген белгәнгә күрә: «Һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә таҙа түгел», – тигән һүҙҙәрҙе әйтте Ул. – Мин бер һыныҡ икмәкте кемгә манып бирәм, ул – шул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса һәм, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Симон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине. Тегеләр Уға: – Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе. – Ул – Мин, – тине Ғайса. Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине.
Выбор основного перевода